среда, 1 февраля 2012 г.

Сүриә БМО-ның Хәүефһеҙлек советын бүлде.


БМО-ның Хәүефһеҙлек советында Сүриә мәсьәләһе буйынса резолюция ҡабул итеүҙә берҙәмлек юҡ. Рәсәй Ғәрәп дәүләттәре лигаһы тәҡдим иткән һәм АҠШ, Франция, Бөйөк Британия хуплаған документ менән килешмәй. Ҡытай ҙа резолюцияның бөтә пункттары менән риза түгел.
Вашингтон Сүриәгә ҡарата йәһәтерәк ҡаты саралар күреү яғында, ике яҡтың ҡаршылығы граждандар һуғышына олғаштырыуы ихтимал, ти ул. Шишәмбе көн Хәүефһеҙлек советы ултырышында сығыш яһап, АҠШ- тың дәүләт сәркәтибе Хиллари Клинтон шулай тип белдерҙе:
“Дәлилдәр ап- асыҡ: операцияларҙың башлаусыһы- Асад көстәре, унда тыныс халыҡ һәләк була. Ҡаты режимға ҡаршы көндән- көн күберәк кешеләр ҡорал күтәрә. Илдә көс ҡулланыу үҫә, ваҡиғалар контролдән сыға.”
Резолюциялағы төп пункт-Бәшәр Асадты отставкаға ебәреү һәм власты вице- президентҡа тапшырыу. Әммә, Мәскәүҙең уйынса, режимды алмаштырыу- БМО Хәүефһеҙлек советы эше түгел, Сүриә хәлдәрҙе үҙе яйға һалырға тейеш, ситтән килеп тәртип булдырып йөрөргә ярамай:

“Эске сәйәси эштәрҙе хәл итеү өсөн әҙер рецепттар яҙып биреү Хәүефһеҙлек советы вәкәләттәре рамкаһына һыймай,-тине БМО- лағы Рәсәй илсеһе Виталий Чуркин.-Юғиһә беҙ ниндәй королдең тәхеттән баш тартыуы, ниндәй премьерҙың отставкаға китеүе тураһында һөйләй башларбыҙ. Юҡ, был Хәүефһеҙлек советы эше түгел!”

Рәсәй эҙмә- эҙлекле рәүештә Сүриәнең эске эштәренә хәрби ҡыҫылышты булдырмауҙы яҡлай. Уҙған тәүлектәрҙә 100 кеше ҡораллы бәрелештәрҙең ҡорбаны булды. Сүриә властары яҡшы ҡоралланған боевиктар алышыуы хаҡында белдерә. Иҫбатлау өсөн уларҙың хәрби базаларын, ҡорал складтарын, шартлатҡыстар яһау өсөн йәшерен мастерскойҙарын миҫал итеп килтерә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий