среда, 1 февраля 2012 г.

Хужа, компанияһын һатып, аҡсаһын хеҙмәткәрҙәренә таратҡан.




Австралиялағы автобус паркы хужаһы Кен Гренда, бизнесын һатып, аҡсаһының бер өлөшөн хеҙмәткәрҙәренә таратҡан. Ошо рәүешле эшҡыуар “Гренда”компанияһын алға сығарған ҡул аҫтындағы кешеләргә рәхмәтен белдермәксе булған.
Кен Гренданың әйтеүенсә, ул  1800 хеҙмәткәрен, ҡайһы берҙәре менән  оҙаҡ йылдар бергә эшләгән, бүләкләргә уйлаған. Бергә 40-50 йыл, ғүмер буйы тиерлек эшләүселәр ҙә бар, ә улар айырыуса бүләккә лайыҡ икән.
Cтаждарына ҡарап, компания хеҙмәткәрҙәре 9 меңдән 106 меңгә ҡәҙәр доллар алған.
Компания хеҙмәткәрҙәре һөйләй:
-       Беҙгә 50 доллар премия бирерҙәр, тип уйлағайным. Ә бүленгән аҡсаның дәүмәлен белгәс, шаҡ ҡаттым! Ғүмерем буйы уға, ғаиләһенә рәхмәт уҡыясаҡмын!
Грендакомпанияһы 424 миллион америка долларына һатылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий