четверг, 2 февраля 2012 г.

Мысырҙа “футбол фажиғәһе.”


74 кеше һәләк булған, меңдән ашыуы яраланған- Мысырҙың Порт- Сәид стадионындағы фажиғәнең һуңғы мәғлүмәттәре шундай.
”Мосолман туғандар”- илдең төп сәйәси көсө- урындағы “Әл-Мәсри” һәм баш ҡаланан килгән “Әл- Әхли” командалары көйәрмәндәре араһындағы ҡан ҡойошло бәрелешкә сик ҡуя алмаған, эшкә һалҡын ҡараған хәүефһеҙлек көстәрен ғәйепләй. Армия ғәйеплеләрҙе эҙләгәндә революционерҙарға ҡаршы эҙәрлекләүҙәр башлауҙары ихтимал, тип шикләнә исламистар.
Шаршамбы көн матч аҙағында Ҡаһирәнең “Әл- Әхли”командаһы фанаттары, еңелеүгә йәндәре көйөп, Порт-Сәидтең “Әл-Мәсри”командаһы көйәрмәндәренә һөжүм итә. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса, һуғышты, ҡаһирәләрҙең мыҫҡыллы плакаттарына асыуланып, урындағы көйәрмәндәр башлай. Финал һыбыҙғыһы яңғырау менән, Порт- Сәид клубының меңәрләгән көйәрмәндәре, ҡул аҫтына эләккәндәрҙе туҡмай- туҡмай, майҙанға, “Әл-Әхли”көйәрмәндәренең трибуналарына уҡтала. Таштар, шешәләр оса башлай.
Көйәрмәндәрҙең футбол майҙанына баҫып инеүе стадионда паника тыуҙыра. Кешеләр тапалып, трибуналарҙан ҡолап һәләк була.
Порт- Сәидтәге хәлдәр хаҡында ишеткәс, Ҡаһирәләге икенсе футбол матчының судьяһы, фажиғә ҡабатланмаһын өсөн, уйынды туҡтатырға мәжбүр була. Асыуҙары ҡабарған көйәрмәндәр стадионды яндырырға маташа.
Килеп тыуған хәл тураһында фекер алышыу өсөн, яңы һайланған парламент ашығыс рәүештә кәңәшмә йыйырға уйлай. Илдә өс көнлөк матәм иғлан ителгән.




Комментариев нет:

Отправить комментарий