четверг, 2 февраля 2012 г.

Мысыр: властар футбол фажиғәһендә ғәйеплеләрҙе табырға һәм яза бирергә вәғәҙә итә.



Тулы составта “Әл- Әхли”командаһы уйынсылары, шулай уҡ уларҙың яраланған 20-ләп көйәрмәне Ҡаһирәгә килеп төштө. Баш ҡалаға улар сыуалыштарҙа зыян күреүселәргә ярҙамға ебәрелгән 4 хәрби- транспорт самолетының береһендә әйләнеп ҡайтты. Хәрби һауа көстәре авиабазаһында самолетты Мысыр ҡораллы көстәренең Юғары совет етәксеһе фельдмаршал Хөсәйен Тантауи үҙе ҡаршы алды.

“Генераль прокурор Әбдел Мәғид Мәхмүд мысыр халҡына әрнеү һәм ғазап килтергән ваҡиғаны тикшерә башланы. Беҙ уның сәбәптәрен асыҡлап, артында тороусыларҙы табасаҡбыҙ. Ғәйеплеләр барыһы ла язаһын аласаҡ, берәү ҙә буш ҡалмаясаҡ,-”тип белдерҙе Тантауи.
Мысыр генпрокуроры Порт- Сәидкә юлланған. Унда оператив штаб төҙөлгән. Урындағы телевидение хәбәр итеүенсә, яңы бәрелештәрҙе булдырмаҫ өсөн, ҡалала армия подразделениелары урынлаштырылған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий