четверг, 2 февраля 2012 г.

Папуа- Яңы Гвинея ярҙарындағы карап һәләкәте.



Папуа- Яңы Гвинеяның төньяҡ- көнбайыш яр буйында бортында 400 кеше булған паром батҡан. Һәләкәт булған урында эшләүсе австралия ҡотҡарыусылары иҫән ҡалған 30 кешене тапҡан, ҡалған пассажирҙар һәм экипаж ағзалары хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.

Эҙләнеү- ҡотҡарыу эштәре һауа шарттарының насар тороуы арҡаһында ҡатмарлаша. Австралия властары ҡорбандар бик күп булыуы ихтимал, тип иҫәпләй.

Карап паром бәйләнеше булған Лаэ һәм Кимби- Вест ҡалалары араһында батҡан.



Комментариев нет:

Отправить комментарий