Британияның
хөкүмәттеке булмаған Survival International ойошмаһы Перуҙағы Машко- Пиру
ҡәбиләһе индеецтары фотоһүрәттәрен баҫып сығарҙы. Һүҙ “тулыһынса изоляцияла
йәшәгән индеецтарҙың йәшәү рәүеше хаҡында бара”, тип белдерҙе улар.
Ғалимдарҙың
фаразлауынса, Машко- Пиро ситтәр аяҡ баҫмаған джунглиҙарҙан цивилизация ҡыҫымына
яуап итеп килеп сыҡҡан: джунглиҙа әүҙем рәүештә ағастар ҡырҡыла, алыҫ түгел
нефть һәм газ ятҡылыҡтары табылған, ә Мадре де Диос йылғаһы экотуристарҙың яратҡан
урынына әйләнгән.
Был ҡыҫымға индеецтар
үҙҙәренсә яуап бирә: күптән түгел улар ситтәргә ике тапҡыр уҡтар яуҙырған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий