суббота, 21 января 2012 г.

Британия- Аргентина: Фолкленд утрауҙары өсөн бәхәс.




Буэнос- Айрес үҙәгендәге Ҡушма Короллек илселеге бинаһы алдына йыйылған манифестацияла ҡатнашыусылар Бөйөк Британия менән мөнәсәбәттәрҙе өҙөүҙе талап итте. Ике ил властары араһындағы алыш, был юлы һүҙ алышы, Фолкленд ( Мальвина) утрауҙарын  Британия колонияһы тип иғлан итеүҙең 120 йыллығы алдынан ҡуйырып китте.
“Беҙ Кристина хөкүмәтен (Кристина Фернандес Киршнер) Бөйөк Британия менән мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә саҡырабыҙ. Беҙҙең уйлауыбыҙса, утрауҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн иң уңайлы мәл етте. Провокацион белдереүҙәргә нөктә ҡуйырға кәрәк- халыҡ- ара йәмәғәтселек быны аңларға тейеш,-”тине манифестанттар.
Элегерәк Лондон Аргентинаны, Фолкленд утрауҙарын үҙенеке тип иҫәпләгәне өсөн, колониялаштырыуҙа ғәйепләгәйне.  Буэнос- Айрес яуап итеп, Британияны “тарихты яңынан яҙырға маташҡан колониялаштырыу символы”тип атаны.
Ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр былтыр Британия нефть компаниялары бәхәсле утрау янында( 1982 йылда уның өсөн ҡыҫҡа, ләкин ҡан ҡойошло һуғыш булып алғайны) углеводород ятҡылыҡтарын эҙләүҙе башлағас, йәнә ҡырҡыулашты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий