суббота, 21 января 2012 г.

Франция Афғанстандағы хәрби операцияларҙа ҡатнашыуҙы туҡтата.




Франция, афған һалдаты 4 француз хәрбиен атҡандан һуң, афған ғәскәренә ярҙамды һәм уларҙы өйрәтеүҙәрҙе туҡтатыуын белдерҙе, Афғанстандан ғәскәрҙәрен ваҡытынан алда сығарыу мхтималлығын да хәбәр итте.
Францияның тышҡы сәйәси ведомство башлығы Аллен Жюппе ошо айҡанлы былай тип белдерҙе:
“Афған һалдаты француз һалдатын беренсе тапҡыр ғына үлтермәй. “Үлтереү”һүҙен мин махсус рәүештә ҡулландым, сөнки быны башҡаса атап булмай. Һуңғы ваҡиғалар арҡаһында беҙгә хәрбиҙәребеҙҙе Афғанстандан сығарыу ваҡытын ҡайтанан ҡараға тура киләсәк.”
НАТО-ның генсегы Андерс Фог Расмуссендың реакцияһы тынысыраҡ булды. Ул “ҡайғылы көн”тиеү менән сикләнде:
“Бындай күренештәр ҡот осҡос, әммә айырым күренештәр. Халыҡ- ара көстәрҙең 50 илдән 130 мең хәрбийе 300 мең афғанлы менән бергә һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша.”
2001 йылдан алып хәрби операциялар барышында француз ғәскәренең юғалтыуҙары 82 кешегә етте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий