суббота, 21 января 2012 г.

Төньяҡ Ирландияла үлемесле йоғошло ауырыу.



Псевдомонада бактериялары арҡаһында Белфастың дауаханаларының береһендә өс бала үлде. Ауырыуҙың йәнә бер нисә кешегә йоғоуы ихтимал. Пациенттар ғинуар башында вафат булған. Уның сәбәптәрен асыҡлау өсөн врачтарға аҙна самаһы ваҡыт кәрәк буласаҡ. Төньяҡ Ирландияның һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина хеҙмәткәрҙәренән, инфекцияның сығанағын табып, уның артабан таралыуына юл ҡуймау сараһын күреүҙе талап итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий