Ай календары буйынса Яңы йыл яҡынлаша. Ошо байрам айҡанлы Азия илдәрендә туғандарын һәм дуҫтарын
ҡотлайҙар. Көньяҡ Кореяла йәшәгән КХДР- ҙың элекке граждандары һауа шарҙары
ярҙамында туғандарына Яңы йыл бүләктәре ебәрергә булдылар. Был посылкаларҙа
шоколад, кәнфит, печенье һәм мәғлүмәт- пропагандистик материал.
“Төньяҡ Корея халҡы,-
ти акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе,-әлеге мәлдә байрам каникулдарына сыға һәм
ай календары буйынса Яңы йылды ҡаршыларға йыйына. Әммә беҙ шуны беләбеҙ: бик күп
халыҡ унда туйғансы ашай алмай.”
Сеулда йома хәбәр
итеүҙәренсә, Көньяҡ Корея КХДР-ға Ким Чен Ир вафат булғандан һуң беренсе тапҡыр
гуманитар ярҙам ебәрәсәк. Киләһе аҙнала Көньяҡ Корея хәйриә йәмғиәте вәкилдәре үҙҙәренең
КХДР-ға ике көнлөк визиты барышында 180 тонна
он тапшырасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий