Megaupload файлдар
менән алмашыу сервисына ҡаршы Anonymous
хәрәкәте хакерҙары ФБР һәм АҠШ-тың юстиция министрлығына, америка властарының
башҡа веб- ресурстарына, шулай уҡ музыка һәм видео өлкәһендәге хужа- компанияларҙың интернет биттәренә һөжүм иттеләр. Улар араһында тауыш яҙҙырыусы бик
ҙур Universal Music һәм Warner Music Group компаниялары ла бар. Сәғәт эсендә
500 сайтҡа һөжүм яһалды.
Хакерҙар быны
тарихтағы иң етди һөжүм тип атай. Әйтергә кәрәк, бер нисә сәғәттән күпселек
ресурстар эшмәкәрлеген ҡайтанан дауам итә алды.
Anonymous хакерҙары
үҙҙәренең акцияһын Megaupload ябылыуына
һәм уға нигеҙ һалыусы Ким Дотком менән
уның өс ярҙамсыһының Яңы Зеландияла ҡулға алыныуына, ә ике кешегә эҙләү иғлан
итеүгә яуап итеп ойошторҙо. Файлдар менән алмашыу етәкселеге пиратлыҡта,
законһыҙ аҡса эшләүҙә һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән интеллектуаль милек хужаларына
тиҫтәләгән миллион доллар зыян яһауҙа ғәйепләнә.
Шәмбе көн Нью-Йоркта,
пиратлыҡҡа ҡаршы ике закон проектын ҡабул итеү ихтималлығын уйлап, быға ҡаршы
демонстрация уҙғарылды. Акцияла ҡатнашыусылар әйтеүенсә, был инттелектуаль
милекте яҡлау түгел, ә интернетта цензура индереү менән бәрәбәр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий