“Costa Concordia”лайнеры экипажы яр буйы хеҙмәттәре һағына
фажиғә хаҡында белдермәгән. Корабль рифҡа килеп бәрелеп, ярты сәғәт үткәндән
һуң, команда яр буйы хеҙмәттәрен бер ниндәй ҙә һәләкәт юҡ, лайнерҙа ут ҡына
һүнде, тип ышандыра. Был әңгәмә яҙмаларын хәҙер Италия һәм сит ил телеканалдары
трансляциялай, улар ҡарамағында борттағы хәлдәрҙе тасуирлаусы
кадрҙар ҙа бар:
“Капитан исеменән үҙ каюталарығыҙға инеүегеҙҙе
һорайбыҙ, ярай, әгәр теләгегеҙ булһа, төп залда ҡалығыҙ,-”ти команда ағзаһы
булған ҡыҙ.
Яр буйы хеҙмәткәрҙәре, полиция һәм пассажирҙарҙың туғандарынан көслө
бәрелеү хаҡында мәғлүмәт килгәс,“Costa Concordia”лайнеры экипажы менән бәйләнеш
булдыра. Борттағы кешеләр ҡотҡарыу жилеттары кейеүҙәре хаҡында хәбәр итә.
Экипаж быны раҫлауҙан баш тарта.
Комментариев нет:
Отправить комментарий