четверг, 26 января 2012 г.

БМО-ны элекке ливия революционерҙарының эшмәкәрлеге борсой.


Ливияның яңы властары әле булһа бөтә ил өҫтөнән тулы контроль урынлаштыра алмаған. Полковник Каддафи режимы ҡолатылғас, ваҡытлы министрҙар кабинеты баш күтәреүселәрҙең бөтә отрядтарын да таратып ебәрә алманы. Улар ҡорал ташларға ла теләмәйҙәр, регуляр армия сафына ла инмәйҙәр.

Хәлдәрҙең бындай торошо БМО-ны бик ныҡ хәүефләндерә. Ул ливия конфликтында ҡатнашыусы яҡтарҙы бер нисә тапҡыр кеше хоҡуҡтарын хөрмәт итергә, хәрби һәм башҡа енәйәттәрҙә ҡатнашыусылар өҫтөнән судһыҙ язалау үткәрмәҫкә саҡырғайны.

Шаршамбы көн Ливиялағы хәлдәр БМО хәүефһеҙлек Советында ҡаралды.

“Ливияның Күсеш хөкүмәте әлегә революцион бригадалар өҫтөнән эффектив  контроль урынлаштырманы. Улар ҡулығындағы ҡорал Ливиялағы йәмәғәтселек хәүефһеҙлегенә һәм кеше хоҡуҡтарына янай. Ошоға бәйле рәүештә мин революцион бригадалар ҡулына эләккән әсирҙәрҙең хәле, уларҙы ниндәй шарттарҙа тотоуҙары, нисек мәғәмәлә итеүҙәре өсөн борсолам,-”тине БМО-ның кеше хоҡуҡтары буйынса Баш комиссары Нави Пиллэй.

Ваҡытлы Ливия хөкүмәтенә буйһонмаған элекке баш күтәреүселәр үҙҙәренең йәшерен төрмәләрендә һәм лагерҙарында бик күп африкандарҙы тоталар. Уларҙы Каддафи яғында ялланып һуғышыусылар, тип иҫәпләйҙәр. Әсирҙәр язалауҙарға һәм мыҫҡыллауҙарға дусар була. Араларында хаталаыҡ менән ҡулға алынған ябай хеҙмәт кешеләре лә бар. 



Комментариев нет:

Отправить комментарий