среда, 25 января 2012 г.

”Оккупанттар” ҙа Давоста.



Швейцарияның ҡарлы Давосында “Уолл-стритты баҫып ал”хәрәкәте яҡлыларҙың торлағы- ҡарҙы соҡоп үҙ ҡулдары менән эшләгән өңдәр. Уларҙың лагеры менән Бөтә донъя иҡтисад форумы ағзалары урынлашып алған зиннәтле отелдәр айырмаһы ер менән күк араһы кеүек. Бынан капитализмға ҡаршы хәрәкәт активистары планетаның бөтә халҡына саҡырыу ебәрә:
“Һеҙҙең өсөн ҡарар сығарырға рөхсәт итмәгеҙ!”тип әйтер өсөн килдек беҙ бында. Беҙ уларға, донъяның ялған башлыҡтарына, мөрәжәғәт итмәйбеҙ. Беҙ ҡалғандарға- Ерҙәге халыҡтың 99 процетын тәшкил итеүселәргә мөрәжәғәт итәбеҙ!”
“Оккупанттар”ҙың уйынса, иҡтисади көрсөктө байҙар, капиталистар барлыҡҡа килтергән һәм улар уның ауырлығын ябай эшсәндәр елкәһенә һалып ҡуймаҡсы. Иҡтисади форум президенты Клаус Швабтың был турала үҙ фекере бар:
“Баҙарҙар йәмғиәткә хеҙмәт итергә тейеш. Ә беҙ нимә күрәбеҙ? Капитализм системаһы берәүҙәр өсөн артыҡ күп байлыҡ етештерә, башҡалары иһә өлөшһөҙ ҡала. Был системала баланс булдырыу мотлаҡ, тип уйлайым.”
Быйыл Давостағы иҡтисад форумына 100 илдең вәкилдәре киләсәк, улар араһында 40 дәүләт һәм хөкүмәт башлығы бар.
мир

Комментариев нет:

Отправить комментарий