среда, 25 января 2012 г.

Португалия президентына хәйер.




 Лиссабондағы ҡаршылыҡ манифестацияһында ҡатнашыусылар президентҡа хәйер бирергә өндәйҙәр. 72 йәшлек дәүләт башлығының көрсөк арҡаһында төшөм кәмеүгә зарланыуы уларҙың асыуын ҡабартты.
Португалия пенсионерҙары үҙҙәренең баҡыр аҡсаларын президенттың Белем һарайына алып килде. Һаҡсылар көрөшкәгә йыйылған аҡсаны президентҡа тапшырырға рөхсәт итмәгәс, йыйылған халыҡ берҙәм рәүештә: “Кавакаға хәйеребеҙ ишек төбөндә!”-тип һөрән һала башланы.
Интернетта дәүләт башлығын отставкаға ебәреү талабы менән петиция ла баҫылып сыҡты. Уның инициаторы Нуну Луиш Марейруш былай ти:
“Петиция тейешле һөҙөмтә бирмәһә лә, сәйәсмәндәребеҙ, бәлки, шуны аңлар: үҙ фекерен белдерер һәм уны яҡлар өсөн португалдар хәҙер урамдарға сыға.”
Петицияға 30 мең кеше ҡултамғаһын ҡуйҙы, ә карикатурасылар иң сағыу буяуҙарҙы ла йәлләмәне.
Португалия президенты Аннибал Каваку Силва хаҡлы ял йәшендә. Закон буйынса ул йә эш хаҡы, йә пенсия алырға тейеш. Шунан алда ғына президент 1300 евро күләмендәге пенсияһының осто- осҡа ялғарға ғына етеүенә зарланғайны, әммә 400 самаһы евро алған пенсионерҙар уны йәлләмәне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий