среда, 25 января 2012 г.

Варшава: ACTA- ға ҡаршы сығалар.



Йөҙҙәрсә кеше, меңләп булмаһа әле, шишәмбе көн Варшава урамдарына сыҡты. Улар Польша хөкүмәте ҡул ҡуйырға йыйынған контрафакт продукция менән көрәш буйынса Сауҙа килешеүенә( ҡыҫҡартып уны АСТА тип йөрөтәләр) ҡаршы сыҡты. Был халыҡ-ара килешеү пиратлыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән. Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың уйынса, был селтәрҙә азатлыҡты сикләйәсәк.

Польша премьер- министры Дональд Туск шишәмбе көн ҡаршы сығыусыларҙың талаптарына бирешмәйәсәге һәм Интернетта авторлыҡ хоҡуғын яҡлаусы килешеүгә ҡул ҡуясағын белдерҙе.

“Беҙ шантажға бирешмәйәсәкбеҙ,-”тине Дональд Туск.

Урындағы хакерҙар рәсми учреждениеларҙың сайттарына кибер- һөжүмдәрен башланы ла инде. Дүшәмбе көн, мәҫәлән, Польша хөкүмәтенең сайты эшен өҙөп торорға мәжбүр булды.
АСТА-ға ҡаршы сығыусылар әйтеүенсә, “пиратлыҡҡа ҡаршы килешеү” йәшерен рәүештә әҙерләнгән. Уларҙың фекеренсә, был Интернет ҡулланыусыларын эҙәрлекләргә мөмкинлек бирәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий