Төркиәнең премьер- министры Рәжәп Тайып Эрдоган француз
Сенаты ҡабул иткән теләһә ниндәй геноцидты, шул иҫәптән Ғосман империяһындағы
әрмәндәр геноцидын инҡар итеүселәрҙе язаға тарттырыу хаҡындағы закон проектын “Төркиәгә
ҡарата дискриминацион һәм расистик аҙым” тип атаны.
Идара итеүсе “Ғәҙеллек һәм үҫеш”фирҡәһе депутаттары
алдында сығыш яһап, Эрдоган Францияға ҡарата яуап санкциялары индерергә вәғәҙә
итте. Ентекләп һөйләп торманы, бөтә нәмә киләһе айҙарҙа Франциялағы ваҡиғаларға
бәйле икәнен әйтеп үтте. Эрдоган һүҙҙәре буйынса, Төркиә документҡа ҡаршы
сығыусы француз сенаторҙары менән тығыҙ бәйләнештә һәм улар, Конституцион судҡа
мөрәжәғәт итеп, закон проектын юҡҡа сығарыу өсөн тырышасаҡтар.
Сенат, геноцидты инҡар итеүселәр
хаҡындағы законды ҡабул иткәндән һуң, Төркиә гәзиттәренең тәүге биттәрендә Франция
президентын демонизмлыҡта, “демократияны үлтереүҙә”ғәйепләүсе материалдар донъя
күрҙе.
Николя Саркозиҙы һәм уның фирҡәһен төрөк- француз
мөнәсәбәттәре иҫәбенә һайлау алды маневрҙары эшләүҙә ғәйепләйҙәр.
Стамбул халҡының фекере:
“Был закон фекер азатлығына ҡаршы сыға. Ул мөмкин
булған бер юлды күрһәтә, әммә башҡа юлдарҙы яба. Был хата ҡарар,-”ти бер ир.
“Француз Сенатының был ҡарары ике ил араһындағы
мөнәсәбәттәрҙе боҙоуы көн кеүек асыҡ. Төрлө фекерҙәр буласаҡ. Милләтселектең
үҫеүен берәү ҙә теләмәй,-”ти йәш ҡыҙ.
Төркиәнең киң мәғлүмәт саралары Францияның
Конституцион Советына өмөт бағлайҙар, сөнки ул бәхәсле закондың Конституцияға
ярашлы түгеллеге хаҡында ҡарар сығара ала.
Көндөң икенсе яртыһында Стамбулдағы француз консуллығы
алдына ҡаршылыҡ манифестацияһы уҙғарыу күҙ уңында тотола.
Комментариев нет:
Отправить комментарий