вторник, 24 января 2012 г.

Геноцидты инҡар итеүселәр хаҡында закон: Франция Төркиәне “һалҡын ҡанлы ”булырға өндәй.


Франция һәм Төркиә араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау зарурлығы хаҡында республиканың сит ил эштәре министры Ален Жюппе телеэфир аша белдерҙе. Француз Сенаты геноцидты, әрмәндәрҙең Ғосман империяһында ҡырылыуын инҡар итеүселәрҙе яуапҡа тарттырыу тураһында закон ҡабул иткәндән һуң, ул Париж һәм Анкара араһындағы мөнәсәбәттәрҙең һыуыныуына аңлатма бирҙе:
“Минең уйымса, был инициатива тейешһеҙ ваҡытҡа тура килде, ләкин парламент шулай хәл итте. Бөгөн мин төрөк дуҫтарымды һалҡын ҡанлы булырға өндәр инем. Шау- шыу тынғас, беҙ конструктив бәйләнештәрҙе тергеҙә алырбыҙ, тип уйлайым. Үҙем иһә Төркиәгә ҡулымды бирәм һәм иртәме-һуңмы яуап алырға өмөтләнәм,-”тип белдерҙе Ален Жюппе.
Дүшәмбе кис Париж үҙәгенә йыйылған 600 меңлек әрмән диаспораһы вәкилдәре Сенаттың яңы законды ҡабул итеүен шатланып хупланы.
Бынан ары геноцидты инҡар итеүселәргә ҡаршы енәйәт эше асыласаҡ, улар 45 мең евро күләмендә штраф түләйәсәк, бер йылға төрмәгә ултыртыласаҡ.




Комментариев нет:

Отправить комментарий