вторник, 24 января 2012 г.

Грецияның финанс министрлығы һалым түләмәүселәрҙең исемлеген баҫтырып сығарҙы.




Грецияның финанс министрлығы һалым түләмәүсе физик шәхестәр хаҡында беренсе тапҡыр отчет бирҙе. Асыҡланыуынса,  ҙур күләмдә һалым түләмәүсе 4 мең кешенең дәүләткә 15 миллиард евро бурысы бар.
Исемлектә билдәле спортсылар, артистар, эшҡыуарҙар. Дәүләт менән бурыстарын яйлап түләргә килешкәндәр генә “ҡара исемлек”кә инмәгән. Ҡалғандарға закон буйынса яуап бирергә тура киләсәк.
“Был дөрөҫтөр, тип уйлайым,- ти Афинала йәшәүсе ҡатын.-Улар рәшәткә артына эләгер тип өмөтләнәм. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай кешеләр язанан ҡотола торған!
Физик шәхестәрҙең түләнмәгән һалымдарын Грецияның 2011 йылға дәүләт бюджеты дефициты менән сағыштырырға мөмкин. Ул иһә 21,7 миллиард евро тәшкил итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий