вторник, 24 января 2012 г.

Төркиәнән әрмән журналисы законды тәнҡитләй.



 Анкаралағы француз илселеге һәм башҡа ҡалаларҙағы консульстволар эргәһендә әрмәндәр геноцидын инҡар итеүселәрҙе язаға тарттырыу хаҡындағы француз закон проектына асыуҙары ҡабарған төрөктәрҙең ҡаршылыҡ акциялары туҡтамай.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе милләтселәр хәрәкәте ағзалары. Әммә алтын урталыҡта тороусылар ҙа Париждың был аҙымын өнәп бөтмәй.
Француз законы киреһенсә тәьҫир итеүе ихтимал, тип иҫәпләй Төркиәләге иң ҙур әрмән баҫмаларының береһе булған “Aroc”гәзитенең баш редакторы Робер Копташ:
“Төркиәнең үҙендә тарихтың был осоро асыҡ яҡтыртылмаған, төрөктәр был хаҡта әҙ белә. Шул уҡ ваҡытта икенсе илдә, Францияла, үткәндәрҙе инҡар итеүселәргә яза бирергә, уларҙы бер йылға төрмәгә ултыртырға һәм 45 мең евро күләмендә штраф түләтергә йыйыналар. Мин быны дөрөҫ тип уйламайым.
Төрөктәр быны ауыр ҡабул итте, ә был Төркиәлә закон буйынса фекер алышыуға ныҡ ҡамасаулаясаҡ. Ул йәмәғәтселек диалогын ҡатмарландыра һәм милләтселәргә, үткәндәрҙе инҡар итеүселәргә өҫтөнлөк кенә бирәсәк. Әгәр Франция һүҙ азатлығын сикләй икән, бында иһә ундай аҙымды яҡлау өсөн сәбәптәр табасаҡтар.”
Әрмәндәр геноцидын таныу- Төркиәнең Евроберләшмәгә инеүе өсөн мотлаҡ шарт булып тора. Әрмәндәр диаспораһы ярты миллиондан ашыу кешене тәшкил иткән Франция эҙмә- эҙлекле рәүештә был пунктты үтәүҙе талап итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий