понедельник, 23 января 2012 г.

Польша хөкүмәте сайты хакерҙар һөжүме арҡаһында ябылған.




Дүшәмбе көн Польша хөкүмәтенең сайты, интернетта цензура индереүгә ҡаршы сыҡҡан хакерҙарҙың кибер- һөжүменән һуң, эшен туҡтатып тороға мәжбүр булды. Министрҙар кабинетының матбуған хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сайт контентын үҙгәртеү сәбәпле, серверҙы өҙөп торорға тура килгән.

Уҙған йәкшәмбелә “Анонимус”хакерҙар төркөмө Польшаның бер инсә министрлығы һәм парламент сайттарына кибер- һөжүм эшләне. Ошо рәүешле хакерҙар властарҙың Контрафакт продукция менән көрәш буйынса күп яҡлы сауҙа килешеүенә ҡушылырға ниәтләүенә ҡаршы сыға. Ҡыҫҡартып АСТА тип йөрөтөлгән килешеү интернетта һәм мәғлүмәт баҙарында автор хоҡуҡтарын яҡлауҙы ҡаты контролдә тотоуға йүнәлтелгән. Хәҙер күп кенә илдәрҙең хөкүмәттәрендә был мәсьәлә буйынса фекер алышыу бара..

Комментариев нет:

Отправить комментарий