Ай календары буйынса Яңы йылды ҡытайлылар фейерверктар,
шапылдатҡыстар һәм петардалар шартлатып ҡаршы алды.
Пекинда меңәрләгән кеше Яҙ байрамын – бында уны шулай
атайҙар-бай табын артында ҡаршы алып, күмәкләп күңел асыу өсөн урамдарға сыҡты.
Тап ярты төн уртаһында баш ҡаланың иң ҙур ҡыңғырауы,
Аждаһа йылының тыуыуын хәбәр итеп,108 тапҡыр сыңланы.
“Киләһе йылда беҙҙең илебеҙ тағы ла нығыраҡ сәскә атыр
һәм ҡеүәтлерәк булыр, тип өмөт итәм. Әйтеүҙәренсә, Яңы йыл тыуған мәлдә
яңғыраған ҡыңғырау тауышы ергә тыныслыҡ, һаулыҡ һәм байлыҡ алып килә,-”тине
ҡыңғырау ҡағыусыларҙың береһе.
Традиция буйынса, Аждаһа йылында бәпәйҙәр күп тыуа. Ай
календарының иң уңышлы тамғаһы аҫтында тыуған бала бөтә ғаиләгә бәхет һәм уңыш
килтерә, тип ышаналар. Иҫәпләүҙәр буйынса, был йылдағы тыуым башҡа йылдар менән
сағыштырғанда 5 процентҡа күберәк була.
Аждаһа йылында Ҡытайға, донъялағы иҡтисади көрсөктө
иҫәпкә алып, “етди мәсьәләләрҙе”хәл итергә тура киләсәге тураһында белдерҙе
ҠХР-ҙың Дәүләт советы башлығы Вэнь Дзябао. Илдең бөтә граждандары ла иҡтисади
үҙештең емештәрен татый алһын өсөн, ул иҡтисади реформа үткәрергә вәғәҙә итте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий