воскресенье, 22 января 2012 г.

Венгрҙар үҙ хөкүмәтен яҡлай.




Үҙ хөкүмәтен яҡлау өсөн Будапешт урамдарына 100 000 венгр сыҡты. Батырҙар майҙанынан парламент бинаһына ҡәҙәр тантаналы йөрөштө улар “Венгрия өсөн тыныс йөрөш”тип атаны. Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың ҡулдарында милли байраҡтар, шәмдәр, сыраҡтар һәм властарҙы яҡлаусы лозунгылар менән транспаранттар ине.
Һуңғы ваҡыт Виктор Орбан кабинеты Евроберләшмә тарафынан ҡаты тәнҡитләнде. Һүҙ йыл башында үҙ көсөнә ингән Венгрия Конституцияһының ҡайһы бер урындары хаҡында бара.Ҡайһы бер европа сәйәсмәндәре һәм эксперттары, шулай уҡ венгр оппозицияһы был төҙәтмәләрҙең кеше хоҡуҡтарын боҙоуы хаҡында һөйләй, финанс тотороҡлоҡҡа һәм Венгрияның суд системаһының бойондороҡһоҙлоғона хәүеф тыуҙыра, тип иҫәпләй.
Еврокомиссия рәйесе Жозе Мануэль Баррозу белдереүенсә, был закондар сығарыусы новеллалар Европа судында кире ҡағылыуы ихтимал. Евроберләшмә һәм МВФ Венгрияға бурысҡа аҡса бүлеү хаҡындағы һөйләшеүҙәрҙе туҡтатып торҙо. Орбан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы өлөшләтә ҡайтанан ҡарарға вәғәҙә итте. Шишәмбе көн ул килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы шымартыу өсөн Брюсселгә китә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий