воскресенье, 22 января 2012 г.

Төрөктәр Парижда: “сенаторҙар, аҡылығыҙға килегеҙ!”



Төрөк граждандары шәмбе көн Франция Сенатына мөрәжәғәт менән урамдарға сыҡты. Дүшәмбе көн Юғары палата депутаттары Милли йыйылыш тарафынан раҫланған закон проекты өсөн тауыш бирәсәк. Ул 1915 йылда Ғосман империяһында әрмәндәргә ҡаршы геноцидты инҡар итеүселәргә ҡарата енәйәт эше асыуҙы күҙ уңында тота. Байтаҡ илдәр геноцидты таныһа ла, Анкара үҙ һүҙендә ныҡ тора. Плакаттарҙың береһендә шундай һүҙҙәр бар: Беҙ һүҙ азатлығын юғалтабыҙ.

“Был тарихсылар эше, бер илдә генә түгел, ике илдә лә улар тикшереү эштәре алып барырға тейеш. Законды тәҡдим иткән парламент ағзаһы Әрмәнстанда булған, бик хуп, тик ниңә ул Анкараға ла бармаған, ниңә төрөк архивтарын тикшермәгән!?”

Анкара Николя Саркозиҙы һайлау алдынан әрмәндәр диаспораһы тауыштарына эйә булырға ынтылыуҙа ғәйепләй. Төркиәнең сит ил эштәре министры Сенатты  закон проектын кире ҡағырға саҡырҙы. Әммә идара итеүсе фирҡә етәксеһе лә, социалистар ҙа “эйе”тип әйтергә йыйына. “Le Monde” баҫмаһындағы әрмәндәрҙең мөрәжәғәтен интеллектуаль элита вәкилдәре лә, Францияның данлыҡлы актерҙары һәм яҙыусылары ла яҡлап сыҡты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий