суббота, 21 января 2012 г.

Моссад архивтарынан: нацист Эйхманды нисек урлағандар?



Тап ошо номерлы тамғаны Израилдең йәшерен Моссад хеҙмәте ағзалары нацист -енәйәтсе Адольф Эйхманды эләктергәндә файҙалана. Израилдең махсус хеҙмәте Моссадтың иң уңышлы йәшерен операцияларының береһенә ҡағылышлы материалдарҙы, тарихи  шаһитнамәләрҙе халыҡҡа сығарҙы. Израиль парламентында күргәҙмәгә ҡуйылған был материалдар аҙаҡ Тель- Авив музейына тапшырыласаҡ.
Адольф Эйхман Моссад агенттары тарафынан 1960 йылдың 11 майында Аргентинала урлана.
“Был уникаль күргәҙмә ,- ти Израиль тарихсыһы Неоми Изхар.-Моссад тәүге тапҡыр архивтарын асты, Эйхмандың пленға алыныуы менән бәйле ысын ҡорамалдарҙы, әйберҙәрҙе һәм документтарҙы күрһәтте.”
Күргәҙмәлә Буэнос- Айреста нацист-енәйәтсене көпә- көндөҙ эләктереүгә ҡағылышы булған бирсәткәләр, енәйәтсене Израилгә алып сығырға ярҙам иткән ялған паспорт, Эйхмандан тартып алынған фатир асҡысы.
”Күргәҙмәнән һеҙ был миссияны ни ҡәҙәр ябай ҡорамалдар менән үтәүебеҙҙе күрәһегеҙ,-ти операция етәксеһе Рафи Эйтан.- Бындай эштәрҙе бөгөн мобиль бәйләнешенән, компьютерҙан, спутниктарҙан тыш күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.”.
Адольф Эйхман Рейх осоронда “йәһүдтәр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү” өсөн яуаплы булған. Ул йәһүдтәрҙе депортациялауға һәм күпләп ҡырыуға етәкселек иткән. Нацистар Германияһы еңелгәндән һуң, Эйхман союздаштар ҡулына эләгә, әммә ҡаса һәм Аргентинола йәшеренә. Моссад ҡулына барып эләккәнсе, сит исем аҫтында 10 йыл йәшәй.
“Йәһүд Нюрнбергы”исемен алған уның өҫтөнән суд 1961 йылдың апрелендә Иерусалимда башлана.
Енәйәттәренең бик күп шаһиттары сығыш яһай унда.
1961 йылдың 15 декабрендә суд Адольф Эйхманды йәһүдтәрҙе күпләп үлтереүҙә ғәйепле тип таба һәм аҫыу аша үлемгә хөкөм итә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий