воскресенье, 29 января 2012 г.

“Твиттер”һәм цензура.




Шәмбе көн “Твиттер”ҡулланыусылары сервис микроблогтарына бойкот иғлан итергә саҡырҙы. Ошо рәүешле улар сервис етәкселегенең теге йәки был илдәге ҡулланыусыларҙың хәбәрҙәренә кәртә ҡуйыу мөмкинлегенә ҡаршы сыҡты. Шул уҡ ваҡытта контент (материал йөкмәткеһе) сайт менән башҡа илдәрҙә ҡулланыусыларға күренеп торасаҡ. Журналистар, блогерҙар быны үҙенә күрә цензура тип иҫәпләй:
“Цензураға алып барыусы тайғаҡ юлдыр, тип уйлайым. “Твиттер”быны ниңә эшләгәнен аңлап торам: улар бөтә илдәрҙе лә солғап алырға һәм шул уҡ ваҡытта урындағы закондарҙы ла үтәргә теләйҙәр. Ҡытайҙа “Гугл”шуға инанды: цензура үткәреү эшен үҙегеҙгә алаһығыҙ икән- проблемалар тиҙ үк килеп сығасаҡ.”
”Твиттер”етәкселеге төрлө ил властарының ниндәйҙер тарихи, мәҙәни һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында билдәле бер идеяларҙы пропагандалауҙы нигеҙле сикләүҙәренә буйһонорға әҙер булыуҙарын белдерҙе.
Социаль селтәрҙәр ғәрәп революцияларында мөһим роль уйнаны. Мысырҙа хәҙер халыҡ хәрби хакимдарҙың китеүен талап итә.
 “Твиттер”ҙа барған нәмәләр кеше хоҡуҡтарына ҡаршы сыға. Социаль селтәрҙәрҙә бындай сараларҙы ҡулланырға ярамай. Яҡын Көнсығышта барған ваҡиғаларҙың эҙемтәһе был, тип уйлайым, революция һәм реформаларҙың эҙемтәһе. АҠШ-та ғына түгел башҡа илдәрҙә лә ниндәйҙер кимәлдә социаль селтәрҙәрҙән ҡурҡалар”.
“Твиттер”ҙа иһә контентты контролдә тотоу АҠШ- тан ситтә лә сервистың әүҙем үҫешенә килтерәсәк, тип иҫәпләйҙәр. Интернет- ресурс сайтҡа мөмкин ҡәҙәр күберәк илдәрҙе, ҡулланыусыларҙы йәлеп итергә ниәтләй.
/Контент-йөкмәтке, компьютерға индерелгән бөтә мәғлүмәт/

Комментариев нет:

Отправить комментарий