воскресенье, 29 января 2012 г.

Дакар: алыштан һуң тынлыҡ.


Йоманан шәмбегә ҡарай төндә ҡабынып киткән тәртипһеҙлектәрҙән һуң Дакар урамдарында тыныслыҡ урынлашты. Хәүефһеҙлек көстәре ҡала урамдарында патруллек итә. Сенегал Конституция советы 26 февралдә үтәсәк президент һайлауҙарына кандидат булып теркәлеүселәр иҫәбенә әлеге президент Абдулай Вадты ла индереүе йәштәр менән полиция араһында бәрелештәргә алып килде. 85 йәшлек Вад өсөнсө срока һайланыу өсөн теркәлде.
Бер полицейский төнгө сыуалыштарҙың ҡорбаны булды.
Манифестацияла ҡатнашыусы йәштәр таштар атты, автомобилдәрҙе түңкәрҙе; хоҡуҡ һаҡлаусылар уларға ҡаршы йәш ағыҙыусы газ ҡулланды.
Суд оппозиция кандидаты, популяр музыкант Юсса Н Дуруҙы,тейешле ҡултамғалар йыя алмауына нигеҙләнеп, кандидатлыҡҡа теркәргә рөхсәт бирмәне.
Был да сенегалдарҙың йәнен көйҙөрҙө.
Оппозиция шәмбе көн ил халҡын “ҡаршы тороуҙы дауам итергә”саҡырҙы.
Абдулай Вадтың әйтеүенсә, ул яңы конституция рамкаларында бер генә тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнашҡан, шуға күрә үҙ кандидатураһын ҡуйырға тулы хоҡуғы бар.




Комментариев нет:

Отправить комментарий