воскресенье, 29 января 2012 г.

Испанияның “Спанэйр”компанияһы үҙ эшмәкәрлеген туҡтатты.




Каталония провинцияһы властарының финанслауҙы туҡтатыуы быға сәбәпсе булған. Улар иһә ҡарарҙарын Испаниялағы һәм еврозоналағы ауыр иҡтисади көрсөк менән аңлаталар. Йәкшәмбе көн бөтә рейстар ҙа туҡтатылды; ҡайһы бер осраҡтарҙа пассажирҙар был хаҡта теркәлеү үтеүгә ярты сәғәт ҡалғас ҡына белә алды.
Испанияның киң мәғлүмәт саралары буйынса, 22 меңдән ашыу кеше үҙ пландарын үҙгәртергә мәжбүр булған. Рейстар туҡталыуын алдан хәбәр итмәүҙәре пассажирҙарҙың асыуын ҡабартты:
“Мин кисә генә көндөң икенсе яртыһында билет һатып алдым.”
“Был ысын мәғәнәһендә мутлашыу. Компанияла нимә булаһын кисә үк белгәндәр, шуға ҡарамаҫтан билет һатҡандар.”
Испания хөкүмәте белдереүенсә, “Спанэйр”ға 9 миллион евро күләмендә штраф һалыныуы ихтимал.
Испанияның үҫеш министры Ана Пастор хәбәр итеүенсә, уның ведомствоһы пассажирҙарҙың хоҡуҡтарын боҙған компанияларҙан үҙ өҫтөнә яуаплылыҡты алыуҙы һәм сығымдарҙы ҡаплатыуҙы талап итәсәк.
“Спанэйр’’ –Испаниялағы иң ҙур авиаташыусы. Илдәге 22% авиаташыуҙар уның өлөшөнә тура килә. Компанияның 2700 хеҙмәткәре ошо айға тейешле эш хаҡы алыуҙары өсөн борсола.

Комментариев нет:

Отправить комментарий