Германияның 18 менән 29
йәш арауығындағы биш кешенең береһе Освенцим хаҡында хәбәрҙар түгел. 1945
йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәренең
концлагерҙы азат итеүе айҡанлы “Штерн” журналы баҫып сығарған социологик
тикшереүҙәрҙә ошондай мәғлүмәттәр бар. Һорашыуҙар ваҡытында йәштәрҙең 30
проценты үлем фабрикаһының ҡайһы илдә булыуын иҫкә төшөрә алмаған.
Бынан тыш, һуңғы
мәғлүмәттәр буйынса, хәҙерге Германияның 20% халҡы “пассив антисемит” булып
тора. Бындайҙар айырыуса мосолмандар һәм уң радикал сәйәси ҡарашта торғандар
араһында күберәк икән.
“Антисемитизм беҙҙең
йәмғиәттә киң таралған хөрәфәттәргә, шаблондарға нигеҙләнә йәки йәһүдтәрҙе һәм
иудаизмды аңламауҙан килеп сыға.”
Докладта әйтелеүенсә,
немец йәмғиәтендә әле булһа “антисемиттарға хас мыҫҡыллауҙар”ҙы көндәлек
тормошта ишетергә мөмкин. Социологтарҙың фекеренсә, йәһүдтәргә ҡаршы күрә
алмаусылыҡҡа социаль селтәрҙәр булышлыҡ итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий