пятница, 27 января 2012 г.

Рәсәй: Европа контроле аҫтында Рәсәй президентын һайлау.



Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы президентын һайлау буйынса ОБСЭ күҙәтеүселәре миссияһы үҙенең эшен башланы.
Интерфакстағы матбуғат конференцияһында миссия етәксеһе Хайди Тальявини шуны билдәләп үтте: һайлауҙарҙың ғәҙеллеген тәьмин итергә тейешле ҡайһы бер инициативаларҙың, мәҫәлән, һайлау участкаларындағы веб- камераларҙың енәйәттәрҙән йолоп ҡалыуы икеле.
“Веб- камера күҙ менән күрерҙәй нәмәләрҙе генә төшөрә бара. Әммә камераға яҙылмаған нәмәләр ҙә бар бит әле. Мәҫәлән, тауыштарҙы иҫәпләү нисек бара, аҙаҡ улар нисек протоколға теркәлә, тауыш биреү һөҙөмтәләре артабанғы кимәлдә нисек теркәлә,-”тип аңлатты Тальявини.
Һайлау алды кампанияһы башланыр алдынан 4 февралдә Мәскәүҙә “Ғәҙел һайлау өсөн”хәрәкәтенең маршы һәм митингыһы үтәсәк. Уның ойоштороу комитетына Рәсәйҙең билдәле оппозиция фирҡәләре, яҙыусылары, журналистары инә.Мәскәү властары һәм оппозиция тантаналы йөрөштөң маршруты хаҡында килешә алды.
“Был күплегебеҙҙе, берҙәмлегебеҙҙе, эшлекле булыуыбыҙҙы һәм ҡуйған талаптарыбыҙҙың үтәлеүенә ирешергә һәләтле икәнебеҙҙе күрһәтеү өсөн уникаль мөмкинлек,-”тине “Һул фронт”хәрәкәте етәксеһе Сергей Удальцов.
Был митинг декабрҙәге Дәүләт думаһына һайлауҙарҙан һуң киң күләмдәге өсөнсө ҡаршылыҡ акцияһы буласаҡ. Күп халыҡ ҡатнашлығындағы“Ғәҙел һайлауҙар өсөн” митингылары 10 декабрҙә Болотный майҙанында һәи 24 декабрҙә Сахаров проспектында үтте.
4 февралдәге тантаналы йөрөштөң һәм митингының ойоштороусылары ҡатнашыусыларҙың иҫәбе элеккегә ҡарағанда ла күберәк булыр, тип өмөтләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий