среда, 4 января 2012 г.

Мароккола яңы хөкүмәт ант итте.




Марокко короле Мөхәммәт  VI уртасыл ислам Ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһе генераль секретары Абделилах Бенкиран етәкселегендәге яңы хөкүмәттең антын ҡабул  итте. Был фирҡә ноябрҙәге парламент һайлауҙарында ышаныслы еңеү яуланы.
Кабинет составында – бер ҡатын, Бассима Хаккауи. Ул ғаилә һәм социаль үҫеш мәсьәләлре менән шөғөлләнәсәк.
1956 йылда Марокко бойондороҡһоҙлоҡ яулап алғандан бирле, был 30- сы хөкүмәт. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: унда беренсе тапҡыр бөтә министрҙар ҙа король тарафынан билдәләнмәне. Илдә үткәрелгән реформаларға ярашлы рәүештә, сит ил эштәре , юстиция һәм социаль сәйәсәт министрлыҡтары етәкселәре итеп  Ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһе үҙенең вәкилдәрен тәҡдим итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий