АҠШ президенты Барак
Обама шишәмбе көн, раштыуа каникулдарынан ҡайтҡас, уны ул ғәҙәттәгесә ғаиләһе
менән Гавайяла үткәрҙе, шунда уҡ Айовала башланған һайлау алды кампанияһына
ҡушылды.
Кисен Демократик фирҡә
кандидаты был штаттағы үҙенең яҡлылар менән видеоконференция үткәрҙе.
Обама 2008 йыл Айовалағы
кокустарҙа еңеү яулауын иҫтәренә төшөрҙө һәм
ул замандан бирле тәжрибәһе артыуын салланған сәстәрен шаһитлыҡҡа алып
аңлатты.
“2008 йыл менән
сағыштырғанда мин күп нәмәләргә оптимизм менән ҡарайым. 2012 йылда беҙ
американдарға күпме эш башҡарыуыбыҙҙы иҫтәренә төшөрөрбөҙ әле,-”тип баҫым яһаны
Обама һәм миҫал рәүешендә Ираҡтан ғәскәр сығарыуҙы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге,
махсус урта белем һәм башланғыс юғары белем алыу мөмкинлеген арттырған мәғариф
өлкәһендәге реформаларҙы хәтергә төшөрҙө.
Президент миллионерҙар
өсөн һалымға ташламалар яһарға тәҡдим иткән республикандар менән фекер
айырымлыҡтарын да иҫләне.
“Күп эштәр башҡарҙыҡ,
әммә башҡараһы эштәребеҙ тағы ла күберәк,- тип баҫым яһаны Обама.-Бына шуның
өсөн дә беҙгә йәнә 4 йыл кәрәк.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий