среда, 4 января 2012 г.

Япония-ҠХР: ҙур ғауға өсөн бәләкәй сәбәп.















Сенкаку утрауы, ҡытайҙар уны Дяоюдао тип йөрөтә, йәнә дипломатик низағ үҙәгендә ҡалды.
Пекин һәм Токио һыуҙары балыҡҡа бай булған һәм күптән түгел нефть һәм газ ятҡылыҡтары табылған Тайвандең төньяҡ- көнсығышынан 170 километр алыҫлыҡта Көнсығыш Ҡытай диңгеҙендә ятҡан был архипелагты күптән бүлә алмай ыҙаланалар.
Бәхәсле был территорияға аяҡ баҫыу ҡытайҙарға ла, япондарға ла тыйыла, әммә ғинуар башында муниципаль кимәлдәге 4 япон сәйәсмәне балыҡ тотоу шхунаһынан утрауҙарҙың береһенә төшә һәм унда 2 сәғәт була.
“Мин йәшәгән Ишигаки районы халҡы, бөтә Япония өсөн, бөтә донъя өсөн, мин яңы йылда Сенкаку утрауы проблемаһына иғтибарҙы йәлеп итергә теләр инем,-”тип белдерҙе тәртип боҙоусыларҙың береһе.
Япония ярҙарын һаҡлаусы кораблдәр япон сәйәсмәндәренең утрауға төшөүенә ҡамасауламаны.
Ҡытай етәкселеге рәсми протест менән сығыш яһаны. Ҡытай сит ил эштәр министрлығы вәкиле архипелагтың бик күптән Ҡытайҙыҡы булыуын баҫым өҫтәнә алды һәм Пекиндың уға хоҡуғы барлығын белдерҙе.
Тайвань дә дәғүә белдергән был бәхәсле территория тирәһендәге конфликт 40 йыл килешеп йәшәгән Япония һәм Ҡытай араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ҡырҡыулаштырыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий