Лондон суды 18 йәшлек
үҫмерҙең үлеме менән бәйле ҙур шау- шыу тыуҙырған енәйәт эшенә нөктә ҡуйҙы. Енәйәт
эшләүҙәре иҫбат ителгән Гари Добсон һәм Дэвид Норрис 15 һәм 14 йылға төрмәгә
ултыртылды.
Стивен Лоренсты 1993
йылдың апрелендә автобус туҡталышында үлтерәләр. 5 үҫмер расистик лозунгылар
ҡысҡырып һөжүм итә. Ахыр ҙа, уларҙың икәүһе генә суд эскәмйәһенә ултыра. Үҫмер
бандаһы ағзалары инде 30-ҙы үткән. Улар ғәйептәрен танымай. 6 аҙна элек,
прокуратура ҡулына яңы дәлилдәр килеп эләккәс, процесс ҡайтанан башлана.
Заманында,тикшереүҙең
оҙаҡҡа һуҙылыуы арҡаһында, Скотланд- Ярдты расизмда ғәйепләйҙәр, хатта бер нисә
аҡ тәнле офицер судҡа тарттырыла. Был эш ҙур ғауғаның катализаторы була- хәҙер
инде аҡ офицерҙар түрәләрен расизмға тартым артыҡ сәйәси корректлылыҡта
ғәйепләй. Һөҙөмтәлә, Лондон полицияһы структураларына реформа үткәрергә мәжбүр
булалар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий