четверг, 5 января 2012 г.

Таһранға ҡарата яңы санциялармы?


Мәғлүмәт агенстволары хәбәр итеүенсә, Евроберләшмә илдәре Иран нефтен импортлауға эмбарго индереү хаҡында килештеләр. Рейтер мәғлүмәттәре буйынса, консультациялар дауам итә, ҡарар ғинуар аҙағында сығарылыр тип көтөлә. Утыҙынсы ғинуарға Евроберләшмә саммиты тәғәйенләнгән.

Шишәмбе көн Франция Иранға ҡарата санкцияларҙы ҡатыландырырға тәҡдим итте. Халыҡ- ара баҫым үҙенең һөҙөмтәләрен күрһәтә башланы. Һуңғы ике аҙнала Иран риалының курсы түбәнәйҙе, шуға күрә урындағы Үҙәк банк эске баҙарға долларҙар сығарырға мәжбүр булды.

Ҡытай йәнә Иранға ҡарата санкциялар индереүгә ҡаршы сыҡты. ҠХР эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле брифингта белдереүенсә, мәсьәләне хәл итеүҙең берҙән- бер сараһы- һөйләшеүҙәр.

“Ҡытай башҡа бик күп дәүләттәр һымаҡ,- тине Хун Лэй,-Иран менән нормаль һәм асыҡ иҡтисади бәйләнеш булдырған. БМО Хәүефһеҙлек Советы резолюцияларын ул боҙмай.”

АҠШ Иранға ҡарата санкциялар индерҙе лә инде. Элегерәк Иран, әгәр уның нефть секторына ҡарата санкциялар индерелһә, стратегик йәһәттән мөһим булған Ормуз боғаҙы аша нефть ташыу юлын ябасағы тураһында белдергәйне. Шишәмбе көн Иран ҡораллы көстәре командующийы Сәләхи Американың “Джон Стеннис”авианосецына Фарсы ҡултығына әйләнеп ҡайтмаҫҡа тәҡдим итте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий