четверг, 5 января 2012 г.

Европала яман көндәр.


Шторм һөҙөмтәһендә Бөйөк Британияла шишәмбе көн ике кеше һәләк булды, тиҫтәләгәне тән йәрәхәттәре алды. Англияның көньяҡ- көнсығышындағы Кент графствоһында микроавтобус водителе, машина өҫтөнә ағас ауғандан һуң, һәләк булды.

Тәбиғәт ҡазаһынан төрлө райондарҙа биналар емерелде. Ҡайһы бер райондарҙа ел тиҙлеге сәғәтенә 160 километрға етте. Водителдәрҙең береһе ниндәйҙер ҡөҙрәт менән генә үлемдән ҡалған:

“Күҙ ҡырыйым менән генә машинаға ағас ауыуын күреп ҡалдым, ирекһеҙҙән эйелеп, шәберәк китергә тырыштым. Тик машина менән нимә булғанын үҙегеҙ күреп тораһығыҙ.”

Континентҡа паромдар йөрөгән Дувр порты көслө шторм арҡаһында бер нисә сәғәт ябыҡ торҙо. Эдинбург аэропорты эшендә өҙөклөктәр булды. Ғәрәсәт Германияның ҡайһы бер райондарында ла ҡоторҙо. Күбеһенсә Балтика һәм Төньяҡ диңгеҙ буйҙары зыян күрҙе. Гамбургта көслө ел бер нисә ағасты ауҙарҙы. Метеорологтар кесаҙна көн илдең көньяғында ла көндәр боҙоласағы хаҡында хәбәр итә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий