четверг, 26 января 2012 г.

Рио-де- Жанейро: шартлаумы йәки архитектор хатаһымы?


Рио-де-Жанейронан килгән кадрҙар һуғыш заманы хроникаларын хәтерләтә.
 Ҡаланың тарихи үҙәгендә үткән кис ике йорт емерелеп төшкән: тәүҙә-офистар, адвокат конторалары урынлашҡан 20 ҡатлыһы, аҙаҡ, бер нисә минуттан һуң, 10 ҡатлы йорт харабаға әйләнгән. Ярсыҡтар, һыныҡ- һаныҡтар арҡаһында күршеләге бинаға ла зыян килгән.
Хәбәр итеүҙәренсә, 2 кеше һәләк булған, яралылар бар, әммә ҡорбандарҙың теүәл һанын рәсми властар әлегә бирмәгән. Бразилияның киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләр һаны 20-нән дә кәм түгел.
Шаһиттарҙың береһе бына тимә тип һөйләй:
“Тәүҙә мин төҙөлөш ҡалдыҡтарын тейәйҙәр тип уйлағайным, хәүефләнмәнем. Бер- ике аҙым ситкә киткән инем, йорт ишелеп төштө. Тулыһынса. Был 11 сентябрь ваҡиғаларын хәтерләтеп ҡуйҙы.”
Шаһиттарҙың һөйләүенсә, улар көслө шартлау ишеткән. Әммә ҡала мэры белдереүенсә, сәбәбе төҙөлөш ваҡытындағы хаталарҙан булыуы ла ихтимал. Ҡотҡарыу эштәре бөтә кешеләр ҙә табылғанға ҡәҙәр дауам итәсәк, тип ышандыра властар.
 Ҡотҡарыусыларға фонарь яҡтыһында эшләргә тура килә, сөнки, шартлауҙар һәм янғындар булмаһын өсөн, электр һәм газ һүндерелгән.




Комментариев нет:

Отправить комментарий