четверг, 26 января 2012 г.

Австралия премьеры аборигендарҙан ҡасҡанда туфлийын юғалтҡан.



Канберра ресторандарының береһендә, илдәге милли байрам айҡанлы Джулия Гилард миҙалдар таратҡан саҡта, бинаны халыҡ уратып алып, “Оят! Оят!”- тип һөрәнләй башлаған. Кемдер тәҙрәне бәреп ватҡан. Эштәр былайға киткәс, хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәренә сәйәсмән ҡатынды күкрәктәре менән ҡапларға тура килгән. Машинаға Гиллард бер туфлийын юғалтып барып ауған.  Һуңғараҡ ул: “Мин ҡаты сәтләүек, еңел генә ватыла һалып бармайым,-”тип, үҙенең резиденцияһында сит ил илселәре менән осрашыу үткәргән.
Ерле халыҡ Австралия көнөн Баҫҡынсылар көнө тип иҫәпләй, сөнки ул 1788 йылда Йәшел континентҡа тәүге британия колонизаторҙары аяҡ баҫҡан көнгә бағышлана икән.
Баҡтиһәң, властарҙың баш ҡала уртаһындағы аҫаба халыҡ бына инде 40 йыл буйы үҙенең илселеге тип иҫәпләгән палаткаларҙан торған лагерын юҡ итеүе шундай асыу тыуҙырған. Ә туфлийҙың яҙмышы билдәһеҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий