четверг, 26 января 2012 г.

Киршнер- Кэмеронға: “колонизаторҙан ишетәм.”


Кристина Фернандес де Киршнер Дэвид Кэмеронды аҡ эт бәләһен ҡара эткә япмаҫҡа саҡырҙы. Британия премьеры уҙған аҙнала Аргентинаны Фолкленд утрауына ( Бөйөк Британияла уны шулай атайҙар ) ҡарата үҙен колонизаторҙарса тотоуҙа ғәйепләгәйне.
Ҡалҡан биҙенә операциянан һуң тәүге тапҡыр халыҡ алдына сыҡҡан Аргентина президенты бындай юҡ- барҙы реаль иҫбатлауҙар булмағанда әйтеүҙәре хаҡында белдерҙе:
“Ишетеүемсә, улар беҙҙе, аргентиналыларҙы, колонизаторҙар тип атайҙар. БМО- ла, тикшереүҙе көтөп, төрлө ерҙәрҙе колонизациялауға ҡағылған 16 эш ята, шуныһы ҡыҙыҡ: 10 осраҡта баҫҡынсы – Бөйөк Британия . Иң ғибрәтле күренеш- Беҙҙең Мальвина утрауҙары тарихы.”
Мальвина- Аргентинала үҙҙәре дәғүә иткән утрауҙы шулай атайҙар. Британия версияһы хурлыҡлы һанала. Киршнер, кемдең колонизатор икәнлеген күрһәтеү өсөн, бынан 30 йыл булып үткән ҡораллы конфликтҡа арналған данлыҡлы “Роттенбах доклады”нан Бик Йәшерен грифын алырға һүҙ бирҙе. Ул саҡта британлылар 1833 йылда баҫып алынған утрауҙы еңел генә һаҡлап ҡала алды. Күптән түгел бәхәсле яр буйҙарында табылған нефть яңы ҡаршылыҡ тулҡынын күтәреп ебәрҙе.





Комментариев нет:

Отправить комментарий