четверг, 12 января 2012 г.

” Гуантанамо тотҡондарына- ғәҙел суд!”




Брюсселдә бер нисә тиҫтә кеше Гуантанамолағы америка хәрби базаһындағы төрмәнең 10 йыллығы айҡанлы манифестация үткәрҙе. Акцияның ойоштороусыһы- хөкүмәттеке булмаған Amnesty International хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы. Уның хеҙмәткәрҙәре америка хөкүмәтенән Гуантанамола ҡалған тотҡондар өҫтөнән суд процесы үткәреүҙе талап итте.
“Беҙ һәр тотҡонға ғәҙел суд талап итәбеҙ, кемдер хөкөмгә тарттырылыр, кемдер иреккә сығыр. Бөгөн иһә рәсми ғәйепләү ҡарары 6 кешегә генә сығарылған”,- ти ойошма ағзаһы Франсуаза Дьерик.
Ошоға оҡшаш талаптар ҡуйылған демонстрация Германияның баш ҡалаһында ла үтте. Бранденбург ҡапҡаһы янында үткән ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар ҙа Гуантанамо тотҡондары өҫтөнән “ғәҙел суд”талап итте. Был тотҡондарҙың күбеһе хәрби конфликттар осоронда һәм теракттарға әҙерлек барышында ҡулға алынған.
“Кешеләр һәм, бигерәк тә, Барак Обама беҙҙең акция тураһында ишетерҙәр һәм Гуантанамо ябылыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ундағы кешеләр судһыҙ-ниһеҙ төрмәлә ултыра, ә был законлы түгел,-”тип һөйләй акцияла ҡатнашыусы.
Күп хоҡуҡ һаҡлаусылар шуны иҫкә төшөрә: тап Гуантанамола террористик төркөмдәр һәм улар үткәрергә йыйынған акциялар хаҡында мәғлүмәттәр алыу өсөн язалауҙар ҡулланылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий