Ирандың америка
континентында дуҫтары һәм союздаштары бар- Латин Америкаһы буйлап сәйәхәтен
тамамлаусы Иран президенты Мәхмүт Әхмәҙинежад ошо хаҡта белдерҙе. Венесуэла,
Никарагуа һәм Кубанан һуң, ислам
республикаһы башлығы Эквадорға килде.
“Мин рәсми рәүештә шуны
белдерәм: Латин Америкаһы Ҡушма Штаттарҙың “артҡы урамы”түгел хәҙер. Бөйөк
державалар үҙҙәренең эштәре өсөн мең тапҡыр ғәфү үтенергә тейеш. Аҡыллы сәйәсмән,
аҙаҡ ғәфү үтенмәҫ өсөн, башҡарған эштәре тураһында уйланыр ине.”
Көнбайыш илдәре Таһранға
ҡарата санкцияларҙы көсәйтә бара. Япония ла АҠШ- тың Иран нефтен һатып алыуҙы
кәметеү хаҡындағы ҡарарына ҡушыла. Шул уҡ ваҡытта Япония финанс министры, Иранға
ҡаршы санкцияларҙың донъя иҡтисадына кире йоғонто яһауы бар тип,
хәүефен белдерҙе.
Әхмәҙинежадтың визиты ҙур
шау- шыу тыуҙырған үлтереш фонынында барҙы: билдәһеҙ кешеләр “Натанз” үҙәгендә
эшләгән ядро физикаһы ғалимының машинаһын шартлатты.
Иран властары был
ваҡиғала америка һәм израиль махсус хеҙмәттәрен ғәйепләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий