пятница, 13 января 2012 г.

Гаити президенты: “был фажиғә беҙҙе көслөрәк итте.”




Теүәл бер йыл элек Гаитиҙа емергес ер тетрәү булды. Ул 200 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙҙө.
Иҫтәлекле сара урындағы ваҡыт менән 16:53-тә – тәүге тетрәү мәлендә башланды.
Гаити президенты Мишель Мартейи былай тине:
 “Бөгөн, 2012 йылдың 12 ғинуарында, беҙҙән киткәндәр алдында ант итәбеҙ: фажиғә беҙҙе көслөрәк итте. Уларҙың үлеме беҙҙе зарланырға, иларға түгел, ә Гаитиҙы хәүефһеҙ йорт итеү һәм тәбиғәт ҡазаларына яуап бирә алырлыҡ булыу өсөн бөтә көстө тупларға, мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләргә мәжбүр итә.”
Көнбайыш ярымшарының иң ярлы илдәренең береһендә миллион ярымдан ашыу халыҡ йортһоҙ ҡалды; уларҙың ярты миллионы әле булһа ваҡытлы лагерҙарҙа көн итә. Ҡаза күреүселәр өсөн тарихтағы иң ҙур иғәнә йыйыу ойошторолһа ла, гаитиҙар илде аяҡҡа баҫтырыу буйынса бик аҙ эшләнеүенә зарлана.


Комментариев нет:

Отправить комментарий