пятница, 13 января 2012 г.

Венгрияға европа санкциялары янай.




Венгрия властары, әгәр ҡайһы бер закондарын ғәмәлдән сығармаһа, Брюсселдә уларҙы дөйөм европа ҡағиҙәләренә ҡаршы килә тип иҫәпләйҙәр, санкцияларға дусар булыуҙары ихтимал. Европарламент кулуарҙарында һөйләүҙәренсә, эш Евроберләшмә Советында тауыш биреүҙән мәхрүм ителеүгә тиклем барып етеүе бар.
Евроберләшмә рәйесе Жозе Мануэл Баррозу бына нимә ти:
.”Закондың ҡайһы бер урындары европа нормаларына һәм принциптарына ҡаршы килеүенә борсолабыҙ. Венгрия Европа Берләшмәһе принциптарына, ҡиммәттәренә, ҡағиҙәләренә ярашлы эш итһен өсөн, бөтә власыбыҙҙы ҡулланабыҙ.”
Төп проблемаларҙың береһе- венгр Үҙәк банкы хаҡындағы закон. Ул, асылда, дәүләт ҡарамағына күсә. Европа күҙлегенән сығып ҡарағанда, Үҙәк банк бойондороҡһоҙ булырға тейеш:
“Европа Үҙәк банкы ил властарының үҙ милли Үҙәк банкыларына баҫым яһауы хаҡындағы сигналдарға ифрат иғтибарлы. Улар европа килешеүҙәре рухына тап килмәй,-”тип билдәләй Европа Үҙәк банкы етәксеһе Марио Драги.
Беренсе ғинуарҙа үҙ көсөнә ингән яңы венгр конституцияһын сит илдәрҙә лә, ил эсендә лә тәнҡит менән ҡабул иттеләр. Виктор Орбандың консерваторҙар хөкүмәте, политологтар фекеренсә, халыҡ- ара изоляцияла һәм сит илдәр финанс ярҙамынан мәхрүм ҡалыуы мөмкин.


Комментариев нет:

Отправить комментарий