вторник, 17 января 2012 г.

Европарламент башлығы итеп Мартин Шульц һайланды.


Европарламенттың яңы рәйесе итеп 56 йәшлек немец социал- демократы Мартин Шульц һайланды. Страсбург сессияһындағы һайлауҙа 670 депутаттың 387-һе уның өсөн тауыш бирҙе. Шулай итеп, ҡалған ике депутатты- британлылар Нирдж Дэв һәм Даяна Уоллесты уҙып китте. Бындай һөҙөмтәләр бер кемде лә аптыратманы, сөнки ул иң ҙур ике парламент фирҡәһе  килешеүенә нигеҙләнгәйне.
Һайлау алды компанияһы барышында спикер һайлауҙы ҡайһы бер депутаттар премьер Путин һәм президент Медведевтың Рәсәйҙәге “рокировка”һына оҡшаттылар.
Шульц 1957 йылда төҙөлгән Европарламенттың 14- се рәйесе булды. Тәүге телмәрендә ул ошо вазифала үҙенән алда эшләгән поляк Ежи Бузек эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий