вторник, 17 января 2012 г.

Бухареста манифестацияла ҡатнашыусылар президент Бэсескуҙы отставкаға ебәреүҙе талап итә.




Тормош кимәленән ризаһыҙлыҡ менән башланған  манифестация хөкүмәтте алмаштырыуға саҡырыуҙарға ҡәҙәр барып етте. Бөтә Румынияны солғап алған ҡаршылыҡ акцияһының бишенсе көнөндә Бухарестың Университет майҙанында  президент Траян Бэсескуҙы отставкаға ебәреү хаҡындағы талаптар ишетелде. Властар кешеләрҙе өйҙәренә таралырға, “ көс ҡулланыуҙан баш тартып, диалогҡа күсергә” саҡыра.
“Мин полиция хеҙмәткәрҙәренән законды хөрмәт итеүҙәрен талап итәм, акцияла ҡатнашыусыларҙы ла шуға саҡырам,-тине Румынияның эске эштәр министры Траян Игас.- Беҙ бер төркөм кешеләргә илде аҫтын- өҫкә килтерергә юл ҡуя алмайбыҙ.”
Көн элгәре полиция 200 манифестантты ҡулға алды, уларҙың ҡайһы берҙәренә урамдағы тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашыуҙары өсөн штраф һалынған, ҡайһылары вәхшилектә, көс ҡулланыуҙа ғәйепләнә. Баш ҡала үҙәгендә тәртип һағында тороусылар йәш ағыҙыусы газ һәм суҡмарҙар ҡулланды. Уларға яуап итеп яндырғыс шыйыҡса менән шешәләр һәм таштар осто.
Хөкүмәттең көрсөктән сығыу саралары менән, айырым алғанда, эш хаҡтарының, социаль түләүҙәрҙең кәмеүе менән ризаһыҙлыҡ, Бэсескуның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә реформа үткәрергә йыйыныуы хаҡында беленгәс, урамдарға бәреп сыҡты. Реформа проекты туҡтатылды, һаулыҡ һаҡлау урынбаҫары отставкаға китте. Ҡаршылыҡ акциялары дауам итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий