вторник, 14 февраля 2012 г.

Асбестан рак өсөн -16 йыл төрмә.




Турин судының “асбест процесы” буйынса ҡарарын  халыҡ- ара Eternit сәнәғәт төркөмө етәкселегенең  хәүефһеҙлек нормаларын боҙоуы арҡаһында яҡындарын юғалтҡан кешеләр ҡәнәғәтлек менән ҡабул итте. Уның элекке хужалары Стефан Шмидейни ( Швейцария кешеһе) һәм Жан- Луи де Картье ( Бельгия кешеһе) 16 йылға иркенән мәхрүм ителде.

“Мин был эште шул ҡәҙәр күңелемә яҡын алдым, әйтерһең, насар бер кинола йәшәнем- үҙебеҙ күргәндәрҙе ҡайта- ҡайта кисерҙем...Был алышта күпме халыҡ беҙгә ярҙам ҡулы һуҙҙы, ә бик күптәр һөҙөмтәһен күрә алмай китте,-”тине Турин суды бинаһы алдына дүшәмбе көн иртән килгәндәрҙең береһе.

Ике йылға һуҙылған суд эше һөҙөмтәһендә Швейцария миллиардеры һәм 90 йәшлек Бельгия бароны Италиялағы 3 мең кешенең һәләк булыуында һәм тирә-йүнгә етди зыян килтереүҙә ғәйепле тип табылды.

Зыян күреүселәр араһында итальяндар ғына түгел, хөкөм ҡарарын ишетеү өсөн байтаҡ француздар ҙа килгән. Составында асбест булған Eternit компанияһы етештергән төҙөлөш материалдары ҡаты ауырыуҙар ( рактың һирәк осрай торған формаһы ) таралыуға сәбәпсе булған һәм артабан кешеләрҙе үлемгә алып килгән.
 Һуңғы 20 йыл эсендә- 1966 йылдан 1986 йылға ҡәҙәр- Eternit хәүефһеҙлек сараларына тейешле иғтибар бирмәгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий