среда, 15 февраля 2012 г.

Бер туҫтаҡ аш һәм өмөтһөҙлөк: афиналылар Евроберләшмәне һәм Халыҡ- ара валюта фондын ғәйепләй.




 Элек ярлылар һәм асарбаҡтар өсөн ашханаларға  иммигранттар һәм ярҙам көтөр урыны булмағандар килә ине. Бөгөн Афинала ошо бер туҫтаҡ аш берҙән –бер аҙыҡ булғандар көндән- көн арта. Күптәре йөҙҙәрен йәшерә, үҙҙәренең аяныслы хәлен белдергеләре килмәй. Ҡайһылары, ҡысҡырып, халыҡтың хәйерселәнеүе өсөн грек хөкүмәтен, Евроберләшмәне һәм Халыҡ- ара валюта фондын ғәйепләй.
“Төшөрөгөҙ, төшөрөгөҙ,- ти аш таратыусы ҡатын,- ниндәй хәлгә ҡалыуыбыҙҙы сит илдәрҙә лә күрһендәр... Бахыр илебеҙ!”
Афина мэрияһы һәм грек православие сиркәүе ҡатнашлығындағы хәйриә фонды ойошторған был ярлыларға ярҙам итеү үҙәгенә көн һайын 2- шәр мең кеше килә.
“Артабан да ярлыларға йылы аш бирә алырбыҙ, тип өмөтләнәм,-ти фонд рәйесе Георгис Апостолопулус,-ярҙам кәрәк булған кешеләрҙең һаны күпкә артыуы ла бар бит.”
Фонд мәғлүмәттәре буйынса, бындайҙарҙың һаны, шулай уҡ йорт-ерһеҙ ҡалыусылар иҫәбе йыл эсендә 26 процентҡа артҡан. Хөкүмәттең ҡаты экономия сараларына ҡарағанда, киләсәкте һиҙемләп була- бөгөн үк йылы аш артынан хаҡлы ялдағылар ҙа, яңғыҙ әсәләр ҙә килә.
“Хискә бирелеп бармаған Халыҡ- ара валюта фондында ла гректарҙың һуңғы ике йыл эсендә илдә бюджет дефицитын ҡыҫҡартыу буйынса күп эш эшләүҙәрен таныйҙар. Ә бит йөктөң иң ауыры ябай граждандар елкәһенә төштө,-  ”тип хәбәр итә Афинанан EuroNews хәбәрсеһеЛаура Давидеску.
Эшһеҙлектең артыуы, йыл аҙағына ул 20 процентҡа етте, пенсияларҙы һәм социаль ассигнованиеларҙы кәметеү...Һандар артында ярҙам һәм Афинанан алыҫта йәшәгән кешеләрҙең ҡарарҙарын көткән кешеләр яҙмышы тора.

Комментариев нет:

Отправить комментарий