Иҡтисади көрсөк һәм
туҡтауһыҙ бюджет ҡыҫҡартыуҙары менән мәшғүл булған Италия кандидатураларҙы
ябыуға бер көн ҡалғас, 2020 йылда Римда Олимпиада үткәреүгә заявкаһын кире
алды.
Марио Монти хөкүмәте
9,5 миллиард евро күләмендәге финаслауҙы тәьмин итә алмауы хаҡында белдерҙе.
“Әлеге шарттарҙа
бындай финанс йөкләмәһе аҫтына ҡул ҡуйыуҙы хөкүмәт яуаплы ҡарар тип уйламай,-
тип белдерҙе кабинет башлығы.-Италиялағы хәлдәрҙе анализлағандан һуң, бындай
эшкә тотоноу яуапһыҙлыҡ буласаҡ, тигән ҡарарға килдек.”
Һул партиялар
технократ Монтиҙың “аңлайышлы”ҡарараын хупланы, Төньяҡ лига сепаратистары “унда, Римда, бөтәһен дә барыбер боҙоп бөтөр
ине”, тип белдерҙе, ә үҙенең эшлеклеге менән билдәле булған элекке премьер
Берлускони фирҡәһе инвестициялар яһау өсөн мөмкинлектәрҙең юғалыуына зарланды.
“Мин Монтиҙың
ҡарараын хөрмәт итәм, әммә уның сәбәптәрен аңламайым,- тип белдерҙе Рим мэры, Берлускониҙың
“Халыҡ азатлығы”ағзаһы Джанни Алеманно.-Ошо рәүешле беҙ Римдың киләсәгенә генә
түгел, бөтә илдең киләсәгенә инвестициялар яһауҙан баш тартабыҙ. Ғөмәүмән, нимә
эшләргә уйлай һуң ул хөкүмәт? Экономияларға уйлай, ә нимәлер төҙөргә уйлаймы?”
Марио Монти Римда Олимпиаданы 2024 йылда үткәреү яҡлы.
Ул ваҡытта Италияла, моғайын, бер нисә процентҡа булһа ла иҡтисади үҫеш
башланыр.
2020 йылда буласаҡ уйындар өсөн Токио, Мадрид, Стамбул, Доха һәм Баку ярышыуын дауам итә.
Еңеүсе ҡаланы Халыҡ- ара Олимпия комитеты 2013 йылдың 7 сентябрендә иғлан итәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий