четверг, 16 февраля 2012 г.

Касьяновҡа Евроберләшмәнең теләктәшлеге кәрәк.




16 февралдә Страсбургтағы Европарламент ассамблеяһының пленар сессияһында Рәсәйҙәге социаль-сәйәси хәлдәр буйынса резолюция ҡабул ителәсәк. Көн элгәре Брюссель ЕП штаб- фатирында был тема буйынса фекер алышыу булды. Унда Рәсәй оппозицияһы вәкиле, теркәлеү үтмәгән "Халыҡ азатлығы" фирҡәһе рәйестәренең береһе Михаил Касьянов саҡырылғайны. Уның менән «Евроньюс» хәбәрсеһе Андрей Бекетов әңгәмәләште.
Касьянов: Европа парламенты депутаттарының Рәсәй хәлдәре менән ҡыҙыҡһыныуына һәм демократия яҙмышы өсөн борсолоуына мин ҡәнәғәтмен. Беҙҙә, оппозиция вәкилдәрендә, был йәһәттән шик, хәүеф ҙур. Әммә икенсе яҡтан, алға оптимизм менән ҡарайбыҙ, сөнки Рәсәйҙә урта синыф һәм граждандар йәмәғәтселеге уяна, үҙҙәренең конституцион хоҡуҡтарын хөрмәт итеүҙе талап итә. Шуларҙың иң мөһиме- азат һәм намыҫлы һайлауҙар хоҡуғы.
«Евроньюс»: Һеҙҙеңсә, Евроберләшмә һайлау алды кампанияһына һәм президент һайлауҙарына ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейеш?
Касьянов: Дөйөм универсаль ҡиммәттәргә - азатлыҡ һәм дәүләттең  демократик ҡоролошо ҡиммәттәренә таянған бөтә сәйәси көстәр, әлбиттә, принципиаль позицияла торорға тейеш. Был- декабрҙә булған парламент һайлауҙары ла, буласаҡ һайлауҙар ҙа ирекле түгел икәнлеген таныу. Европарламент, беҙҙең Дума һайлауҙарын баһалап, үҙенең резолюцияларында быны сағылдырҙы. Хәҙер, 4 марттағы һайлауҙар алдынан, буласаҡ президент һайлауҙары буйынса Европарламентта шундай уҡ дискуссия бара. Путин кандидаттарҙы үҙе һайлап алды, һайлауҙар ирекле түгел, бындай власть тулы хоҡуҡлы була алмай- был хаҡта беҙ ҙә әйтәбеҙ, күп кенә башҡа депутаттар ҙа ризалаша. Рәсәйҙе бик үк законлы булмаған хөкүмәт менән күрге килмәй. Әлбиттә, оппозицияның яңы талаптарға нигеҙләнеп срогынан алда парламент һәм президент һайлауҙары үткәреү талабы үтәлһә, был Рәсәй граждандарын да һәм Европалағы беҙҙең партнерҙарыбыҙҙы ла, дуҫтарыбыҙҙы тынысландырыр ине.
«Евроньюс»: Һайлауҙарға әҙерлек осоронда һәм һайлауҙар барышында Евроберләшмә күҙәтеүселәре ниндәй файҙа бирә ала?
Касьянов: Улар ОБСЕ һәм Европа Советы ағзаһы булараҡ Рәсәй Федерацияһы үҙенә алған талаптарҙы властарҙың нисек үтәүен билдәләй ала. Рәсәй – нормаль Европа дәүләте. Шуға күрә был эште контролдә тотҡан Европа парламентарийҙары һәм эксперттары Рәсәй властарының биргән вәғәҙәләренә, Конституция положениеларына ярашлы эш итеүҙәренә ышанырға тейеш. Власть демократик юл менән һайланырға тейеш- был мәсьәләлә беҙҙең фекерҙәр уртаҡ. Әгәр улай түгел икән, туғандарса, дуҫтарса тәнҡитләргә кәрәк, әлбиттә, Рәсәйҙе һәм халыҡты түгел, ә власть башында тороусыларҙы. Минең уйымса, Европарламент тап ошо юл буйлап бара.
 «Евроньюс»:Һеҙ һайлауҙарҙың нәтижәһе алдан уҡ билдәле тип уйлайһығыҙ, буғай. Нисек уйлайһығыҙ, Путиндың өсөнсө, бәлки, дүртенсе срогында ла Рәсәй менән Евроберләшмә араһында мөнәсәбәттәр яйға һалынырмы?
Касьянов: мин уны һайлау тип атамаҫ инем, был мөһим демократик институттың имитацияһы ғына. Уның һөҙөмтәһе хәл ителгән, моғайын, Владимир Путин йәнә президент креслоһына ултырыр, тик дүртенсе срок булмаҫ, тип уйлайым. Тик Евроберләшмә һәм Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәр үҙенән- үҙе үҫешә йәки ҡапыл башҡа йүнәлеш ала алмай. Әйткәнемсә, Рәсәй етәкселәренә вазифаларын тейешле кимәлдә үтәмәүҙәрен әйтеү, күрһәтеү- Европа сәйәсмәндәренең бурысы. Рәсәй- мөһим партнер, шуға күрә хеҙмәттәшлекте дауам итергә кәрәк, тик законһыҙлыҡҡа, халыҡ- ара талаптарҙы үтәмәүгә күҙ йоморға ярамай.
«Евроньюс»: Рәсәй оппозицияһы Евроберләшмәнән ниндәй ярҙамға, Европа менән үҙ- ара ниндәй бәйләнешкә иҫәп тота?
Касьянов: Беҙгә бер нәмә кәрәк: теләктәшлек. Беҙ шуны күрергә тейеш: Европа демократияһының асылын беҙ дөрөҫ аңлайбыҙ һәм был юлда яңғыҙ түгелбеҙ. Европа парламенты ҡарарҙарында беҙ был теләктәшлекте тоябыҙ.
«Евроньюс»: Ни өсөн Рәсәйҙә Путинға ҡаршы торорлоҡ, башҡа кандидаттарға конкуренция булырлыҡ  күренекле сағыу лидерҙар күренмәй? Ни өсөн оппозицияға теләктәшлек белдереүселәр аҙ?
Касьянов: Һуңғы йылдар эсендә Рәсәй Федерацияһында ҡаты контроль системаһы булдырылды, сәйәси конкурентлыҡ тигән нимәләр булманы. Путин режимы, беҙ уны шулай атайбыҙ, халыҡ менән туранан- тура бәйләнеш булдырырға, йәмәғәтселек ярҙамын алырға мөмкинлек бирмәне. Был лидерҙар юҡлығы проблемаһы түгел. Был сәйәси климат проблемаһы, унда сәйәси конкурентлыҡҡа урын юҡ. Бөтә бәлә шунда. Барлыҡ сәйәси фирҡәләр теркәлеп, киң мәғлүмәт сараларына  юл асылһа, ярты йыл да үтмәҫ, Рәсәйҙә Владимир Путиндан да сағыуыраҡ лидерҙар ҡалҡып сығыр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий