четверг, 16 февраля 2012 г.

Голландия: Геерт Вилдерс иммиграттарға ҡаршы“ялыуҙар сайты” асҡан.



Голландияның Геерт Вилдерс етәкселегендәге үтә уңдары интернет- сайт асҡан. Унда улар ватандаштарына Үҙәк һәм Көнсығыш Европанан килеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын күрһәтә барырға тәҡдим итә.

Был Голландиялағы европа илселәренең асыуын ҡабартты. Улар Вилдерсты халыҡты  ксенофобияға этәреүҙә ғәйепләне һәм яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы талап итте.

/Ксенофобия- өйрәнелмәгән ят нәмәләргә дошмандарса ҡарау. Ксенофобия милләттәр, диндәр, социаль ҡатламдар араһында күрә алмаусанлыҡ тыуҙырыуы ихтимал./


Комментариев нет:

Отправить комментарий